Мәҙәниәт
18 Января 2021, 11:54

Шөкөр итә белмәй тик кешеләр...

Яңы йылға тиклем ҡар яуманы,Бейек - бейек көрттәр күрмәнегеҙ;Ҡар юҡ, тип һеҙ, эй, ныҡ мыжынығыҙ,Ҡар күмгәйне - тағы әрләнегеҙ.

Яңы йылға тиклем ҡар яуманы,
Бейек - бейек көрттәр күрмәнегеҙ;
Ҡар юҡ, тип һеҙ, эй, ныҡ мыжынығыҙ,
Ҡар күмгәйне - тағы әрләнегеҙ.

Ҡарҙар яуһа - күктең төбө төшкән,
Аяҙ булһа - ниңә яумай икән?
Кеше ниңә ошо гүзәл ерҙә
Риза ғына булып тормай икән?

Яҙ һуңлаһа, тағы әрләрһегеҙ,
Иртәләһә, тағы көйөрһөгөҙ;
Яҙҙар иртә килһә, йәй һыуыҡтар
Кәрәктәрҙе бирер, тейерһегеҙ.

Барыһы ла - Аллаһ ҡөҙрәтендә,
Кәрәгенсә генә көндәр үтә,
Шөкөрҙәрҙе белмәй тик кешеләр,
Шулай мыжый - мыжый донъя көтә.


Читайте нас