15 ғинуарҙа Ишәй ауылында аяҡтарҙы өшөтмәгән йылы аяҡ кейеме - быйма байрамы - "Аяғыңда булһа быйма, һин бер нимәнән дә ҡурҡма!" исемле байрамға кесеһе лә, олоһо ла йыйылды. Сараны рус халҡының "Валенки" йыры менән Лена Сафарова етәкселегендәге "Ләйсән" коллективы асып ебәрҙе. Тирә-яҡ ике командаға бүленеп, сәмләнеп уйнаған халыҡтың сыр-сыу килгән тауышына күмелде. Командалар алыҫлыҡҡа быйма ырғытыуҙа, быймалы ат сабышыуҙа, быймалы саңғыла һәм башҡа бик күп ярыш-бәйгелә үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Ә һуңынан инде Гөлсинә, Асия апайҙарыбыҙ барыһын да тәмлекәстәр, самауыр сәйе менән һыйланылар.
Ҙур рәхмәтебеҙҙе бағымсыларыбыҙ Маннасова Лиана Шәрифйән ҡыҙына һәм Заһиҙуллина Зөлфиә Ғәлимйән ҡыҙына, барлыҡ ҡатнашыусыларға, байрамға килгән ауыл халҡына белдерәбеҙ.