Мәҙәниәт
15 Января 2021, 10:11

Ҡыштың бер көнө

14 ғинуар Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Фатиха” ағинәйҙәр ойошмаһы “Ҡыштың бер көнө” тип аталған ял кисәһенә йыйылды.

14 ғинуар Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Фатиха” ағинәйҙәр ойошмаһы “Ҡыштың бер көнө” тип аталған ял кисәһенә йыйылды.
Яңы йыл менән ҡотлап ағинәйҙәребеҙ матур теләктәр әйтеп, бер–береһенә бүләктәр өләштеләр. Кисә бик күңелле үтте, йырҙар, таҡмаҡтар йырлап бейешеп тә алдылар.
Беҙҙең ағинәйҙәр бигерәк оҫталар инде, ул бәйләргә, ул аш-һыуға, йырларға ла дәртләнеп торалар! "Минең милли ризығым" флешмобында ла бик әүҙем ҡатнаштылар, һәм бына бөгөн дә үҙҙәренең тәмле ризыҡтарын алып килгәндәр. Роза Баимова ваҡ бәлеш, Тимербикә Татлыбаева - алманан, Хаят Йосопова - баландан, Гөлшат Гөбәйҙуллина эремсектән телеңде йоторлоҡ бәлештәр бешереп килтергәндәр. Сәй артында алдағы пландар, ниндәй саралар үткәреү тураһында һөйләшеп кәңәшләштек, һәр кем үҙенең теләген еткерҙе. Осрашыу иҫтәлеккә фотаға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас