Мәҙәниәт
14 Января 2021, 19:19

Ҡыҙыма һәм улыма

Балаларым, алтындарым, йәш саҡтан һеҙгә әйтәм,Йөрәгегеҙҙең түренә яҙып ҡуйһағыҙ икән.Ҡайҙа ғына һеҙҙе яҙмыш ташлаһа ла донъяла -Онотмағыҙ, һеҙҙең тәндә туғанлыҡ ҡаны аға.

Балаларым, алтындарым, йәш саҡтан һеҙгә әйтәм,
Йөрәгегеҙҙең түренә яҙып ҡуйһағыҙ икән.
Ҡайҙа ғына һеҙҙе яҙмыш ташлаһа ла донъяла -
Онотмағыҙ, һеҙҙең тәндә туғанлыҡ ҡаны аға.

Бер-берегеҙҙең был донъяла ҡәҙерҙәрен белегеҙ,
Һеҙ яҡшы һәм мәрхәмәтле, тоғро, тура булығыҙ.
Ҡыйын саҡта ярҙам ҡулын һуҙығыҙ ысын күңелдән,
Әйткән һүҙҙәр һәр ваҡыт та сыҡһын күңел түренән.

Бүлешмәгеҙ мөлкәт тиеп, ҡыҙыҡмағыҙ байлыҡҡа,
Хөрмәт итеп бер-берегеҙҙе йәшәгеҙ туғанлыҡта.
Ҡунаҡтарға йөрөшөгөҙ ғаиләләр ҡорғас та,
Өйрәтегеҙ шул хистәргә балаҡайҙар тыуғас та.

Йәшәгеҙ туғанлыҡ хисен юғалтмай берҙәм булып,
Һәр саҡ һеҙҙең йөрәктәрҙә торһон шәфҡәтлек тулып.
Мөхәббәт емештәре һеҙ, күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ,
Атай-әсәй әйткән һүҙҙе бер ҡасан онотмағыҙ!


Читайте нас