Ҡош булған сағым
Күңелем аҡсарлаҡ сүрәтендә,
Осоп инде өйгә, ҡунды иңгә.
Асыуланып зиһен, килде телгә:
– Урам ҡыҙ(ы)рып йөрөү етте һиңә!
Балаларҙы ҡарау, аҡса табыу –
Ни өсөн гел миңә?!
Ниңә миңә?..
– Һағындым ҡанатымды, һауамды…
Һағындым ҡош булған сағымды-ы…
Белһәң икән, зиһен, һин диңгеҙҙе,
Ул – ажғыр: йотор төҫлө үҙеңде,
Йолҡоп ташлар кеүек ҡанатыңды!
Белһәң икән, һин, шул тойғоно:
Дауылына бирешмәйенсә,
Упҡынына ҡаршы тороуҙо!..
– Хыялландыңмы әллә, һин, күңел?
Ҡол һин – миңә!
Ҡол, ә ҡош түгел!..
Хәҙер ҡуям һине ярты йылға
«Битарафлыҡ» тигән режимға!
– Көтөп торсо, зиһен, ашыҡма,
Ә бәлки, мин ҡоштор, ысынлап та?..
– Хыялландыңмы әллә, һин, күңел?
Ниндәй ҡош?!
Урамда – нанобыуат!
Был хыялыңдан төңөл, һин, төңөл…
Бер, ике, өс!
Киттек, әйҙә, эй, старт
«Битарафлыҡ» тигән режимға!
… Ҡанаттарын һалып меҫкен күңелем,
Кейеп алды һоро ғына күлдәген.
Тәҙрәгә төбәп быяла күҙҙәрен,
Ҡарап торҙо машиналар килгәнен…