Ултырғанда сәй эсеп,
Сәйнүк әйтте моңайып:
- Юҡ шул хәҙер самауыр,
Ултырыр ине ҡайнап,
Күңелле итеп йырлап.
Ҡуҙ менән ҡайнаттылар,
Ә миңә сәй һалдылар,
Самауырға ҡуйҙылар,
Тәмле еҫтәрен сәсеп,
Сәй китер ине бешеп.
Беҙҙең эргә-тирәгә,
Ашъяулыҡты йәмләргә
Һәм табынды биҙәргә
Сынаяҡтар йыйылды,
Матурланы табынды.
Йыйылдылар кешеләр,
Ултырҙылар тирәләп,
Сәй эстеләр бергәләп.
Өҫтәп торҙолар ҡуҙын -
Самауыр ҡайнап торһон!
Эх, бар ине ваҡыттар,
Ҡайҙа ҡалды шул саҡтар?
Ах, самауыр, самауыр,
Табын күрке самауыр,
Һағындыра барыбер...
Сәйнүк түбән эйелде,
Ҡайнар йәше түгелде...