Мин йылмайып көлгән булам -
Көлөүҙәрем яһалма,
Әрней йөрәк, һыҙлай йөрәк...
Бармы икән берәй сара?...
Һыр бирмәҫкә лә өйрәндем,
Күтәрәм бөтәһен дә...
Өйрәндем ауыр һүҙҙәрҙе
Үткәреп ебәрергә.
Сибек кенә иңдәремде
Донъя йөгө баҫһа ла -
Мин йылмаям, һыр бирмәйем
Күҙ йәштәрем тамһа ла!
+17 °С
Облачно



