Рәхмәт, тием, барыһына,
Дуҫтарға, туғандарға.
Ауыр саҡта хәлде белеп
Ярҙам ҡул һуҙғандарға.
Шатлыҡтарҙы бүлешкән
Барыһына ҙур рәхмәт.
Йәшәгеҙ һеҙ гел бәхеттә
Килмәһен ҡайғы-хәсрәт.
Кескәй бер һүҙ,оло рәхмәт
Ҙур бәләнән ҡотҡарыр.
Йылдар менән һыналалар
Рәхмәт әйтер дуҫтарың.
Боронғолар әйткәнсә
Тик изгелек ҡылығыҙ.
Рәхмәт әйтеп һәр бер эшкә,
Гел сауаплы булығыҙ.