Мин бәхетле тик үҙемсә,
Бер нәмәгә ҡарамайса.
Мин -уныҡы,
Ул - минеке,
Минең үҙ яйҙарым яйса.
Бүтәндәргә оҡшамаған
Минең яҙмыш, минең юлым.
Берәүҙе лә ҡабатламай
Һыҙыҡтары минең ҡулдың.
Үҙ яйымды күрһен өсөн
Зиһен биргән,
Биргән иркен.
Мин бәхетле булһын тигән,
Тимәйенсә:
"Йәле, һин кем?"
Тигеҙ бүлгән!
Барыһы ла
Тик үҙеңдән тора тигән.
Яҙмышымдың биҙәктәрен
Энә алып, үҙем сигәм.
Ептәрен үҙем һайлайым,
Кемгә талап, кемгә үпкә?
Рәхмәтле бул бәхетеңә,
Ошо бейеклектән сүкмә!
Үҙем артмаҡлаған йөктө
Мин хәлемсә, тигеҙ тартам.
Үҙ хәлемде үҙем беләм.
Яңылышһам, минең хатам.
Ҡәнәғәтмен булғанына,
Барыһына шөкөр, тимен.
Шул бәхеттән айырмаһын,
Атһын таңдарыбыҙ имен.