Мәҙәниәт
10 Января 2021, 05:35

Эс бошоуға берәй дауа бармы?..

Эс бошоуға берәй дауа бармы?Буш өмөттө тылҡып арыным.Уфтанышып ҡар тауҙары ауа,Йәше тама болот зарының.

Эс бошоуға берәй дауа бармы?
Буш өмөттө тылҡып арыным.
Уфтанышып ҡар тауҙары ауа,
Йәше тама болот зарының.

Эс бошоуға берәй дарыу бармы?
Тирә яғым - сыңлап торған бушлыҡ.
Бер яңғыҙҙың хәлен һораштым да
Уның зарға минекен дә ҡуштыҡ.

Эс бошоуға кемдең шифаһы бар?
Дөмбөрләтеп ҡағам ишектәрҙе!
Ҡараңғылыҡ, тиҙерәк сиген, сиген,
Яҡтырт, ирет булған бар шиктәрҙе.

Эс бошоуға барҙыр дарыуығыҙ?
Эйе, беләм, үҙем дауаһын да...
Тап бөгөн мин яңғыҙ ҡалғым килмәй.
Ҡалғым килмәй һағыш ҡамауында.

Кемегеҙҙең тағы эсе боша?
Һөйләшәйек, әйҙә китһен һағыш.
Кешеләрһеҙ кеше йәшәй алмай,
Бәхәстә бит төҙәтелә яңылыш.
Читайте нас