Мәҙәниәт
8 Января 2021, 19:49

Никах туйына

Ҡотло булһын, яҡты булһынИзге никах туйығыҙ,Бәрәкәтле, мул, бәхетлеҮтһен ғүмер юлығыҙ!

Ҡотло булһын, яҡты булһын
Изге никах туйығыҙ,
Бәрәкәтле, мул, бәхетле
Үтһен ғүмер юлығыҙ!

Хоҙай ризалығы менән
Татыу ғүмер итегеҙ,
Тоғро булып мөхәббәткә
Сал ҡартлыҡҡа етегеҙ!

Изге никахта бәхетле
Балалар үҫтерегеҙ,
Әҙәп, иман, тәрбиәне
Уларға еткерегеҙ.

Киләсәк ғүмер юлығыҙ
Иман нурына тулһын,
Никахығыҙ ҡотло булһын,
Мәңгелек никах булһын!
Бәхетле никах булһын!!!

Читайте нас