Һау-сәләмәт булыу үҙе бәхет,
Кәрәк түгел алтын,көмөшө,
Һыҙланыуҙан интекмәһә тәнең
Тимәк һиндә бәхет өлөшө.
Аяҡтарың йөрөһә, күҙең күрһә,
Матурлығын тойһаң ереңдең
Һөртә алһаң үҙ ҡулдарың менән
Маңлайыңдан сыҡҡан тиреңде?!
Бәхетһеҙмен тиеп әйтә күрмә
Күрһәтмәһен Хоҙай сиреңде!
Изгелектәр ҡылып яҡындарға
Ғүмерҙәрҙең белеп ҡәҙерен,
Йәшәйек әле һау-сәләмәт булып,
Яҡтылығын күреп һәр көндөң!
-1 °С
Облачно
