Мәҙәниәт
4 Января 2021, 18:52

Ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡалды!

Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто алдында бөгөнгө байрам ҡар һәм боҙ темаһына арналды.

Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто алдында бөгөнгө байрам ҡар һәм боҙ темаһына арналды. Балалар аҡ ҡарҙа үҙҙәренең эҙе менән ҡар бөртөктәре төшөрҙөләр, ҡар тауы ла өйҙөләр, боҙ тауынан кем алыҫыраҡ шыуып та ярыштылар һәм башҡа уйындарҙа ла бик теләп ҡатнаштылар. Ярышып ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡалды, ярыш һуңында ҡатнашыусы балаларға тәмле приздар тапшырылды.
Балаларға алдан өйгә эш итеп Ҡар бабай эшләп килтерергә әйтелгәйне, Зарифа Дәүләтҡолованың һәм Эльвина Ҡадироваларҙың ҡул эштәре иң матуры булды.
Читайте нас