Яландай өй, киң күңелең,
Ишегеңдә лә юҡ бигең.
Ҡунаҡмы ул,балалармы-
Һәр саҡ тулы һинең өйөң.
Үҙең алсаҡ, йөҙөң асыҡ,
Ҡояш кеүек балҡый һәр саҡ.
Түҙемлегең тауҙай, таштай,
Ә минеке...етмәй ҡай саҡ.
Һиңә ҡарап көс,дәрт алам,
Йөрәгемә уттар һалаң.
Өшөгәндә-өшөп булмай,
Усаҡһыҙ ҙа дөрләп янам.
Яландай өй,киң күңелең...
Етмәй һине ҙурлар һүҙем.
Йәнәшәңдә тороуға ла
Бәхетлемен шундай үҙем!