Мәҙәниәт
2 Января 2021, 19:23

Үҙебеҙгә лә күңелле, ауылға ла йәм

Район һәм ҡалала йыл да ойошторолған “Биләмәләрҙе яңы йылға биҙәү” конкурсы халыҡсан йолаға әүерелде. Гәзиттең алдағы һандарында яҙып үтеүебеҙсә, быйыл ярышта райондың 13 ауыл Советы ауыл билмәһе лә ҡатнашырға теләк белдергән. Ошо көндәрҙә конкурс комиссияһы азалары һәр ауылда булып, дәртле, егәрле яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәтен баһаланы. Уларҙың бер нисәһендә беҙгә лә булырға тура килде.

Район һәм ҡалала йыл да ойошторолған “Биләмәләрҙе яңы йылға биҙәү” конкурсы халыҡсан йолаға әүерелде. Гәзиттең алдағы һандарында яҙып үтеүебеҙсә, быйыл ярышта райондың 13 ауыл Советы ауыл билмәһе лә ҡатнашырға теләк белдергән. Ошо көндәрҙә конкурс комиссияһы азалары һәр ауылда булып, дәртле, егәрле яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәтен баһаланы. Уларҙың бер нисәһендә беҙгә лә булырға тура килде.
Пандемия арҡаһында быйыл элеккегә ҡарағанда күберәк ҡаласыҡтар эшләү бурысы ҡуйылғайны. Халыҡ бер ерҙә күпләп йыйылмаһын өсөн күңел асыу сараларын төрлө урындарҙа, асыҡ һауала ойоштороу зарур. Һайрандар конкурсҡа ентекле әҙерлеген күрһәтте. Комиссияны күңелле тамаша менән ҡаршыланылар.
- Яңы йыл байрамдарын һәр кем көтөп ала, вирус һалған ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, ауыл халҡының өмөтөн аҡларға кәрәк. Байрам майҙансығы, күңелле сығыштар әҙерләнек. Һәр ерҙә өлгөрөргә тырышабыҙ, онлайн конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашып киләбеҙ. Клуб мөдире Зөлфиә Ғәзизоваға дәртле эше өсөн рәхмәт, - ти Әнүәр Ниғмәтуллин.
Биксәндәр ҙә мәҙәниәт йорто алдын ҡарҙан төрлө һындар менән биҙәгән, урамдарҙа ҡар-боҙҙан яһалған Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө хайуандар теҙелгән, былар барыһы
ла кәйефте күтәрә. Уңған ауыл халҡы конкурстың шарттарын еренә еткереп башҡарған. Балалар шат, иң әүҙемдәргә бүләктәр ҙә өләшкәндәр. Үткән йылдағы кеүек, Зөлфиә һәм Абдулхай Рәхмәтуллиндар өй алдына ҡарҙан ЮХХДИ машинаһы эшләп ҡуйған, «гаишник» үҙе лә әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора.
- Механизаторҙар урамы быйыл бигерәк тырышты. Күршеләрем дәртле, һә тигәнсе матурлыҡ булдырҙылар. Венера һәм Фидрат Ильясовтар, Ләйсән һәм Ғаффар Асҡаровтар ҡарҙан төрлө һындар эшләне, башҡалар йорттарын гирляндалар менән биҙәне. Ҡышын урамды бергәләп Яңы йылға биҙәһәк, яҙын-йәйен Һабантуйҙар, Ҡарға бутҡалары үткәрәбеҙ, - ти Зөлфиә Рәхмәтуллина.
Петровский мәҙәниәт йорто биләмәһендә лә балаларға ҙур байрам ойошторҙолар. Ҡатнашыусылар самауыр сәйе һәм тәмлекәстәр менән һыйланды. Үрге Әрмет ауылында мәҙәниәт тормошонда актив ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырырға онотманылар. Балалар шыршы тирәләп бейене, һәр береһе үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Үҙебеҙҙең халыҡсан уйындарҙы онотмай, балаларға өйрәтә, бергәләп уйната белә әрметтәр.
Кинйәкәй мәҙәниәт йорто эргәһендә лә боҙ майҙансығын асыу сараһы үтте. Килгән ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, шулай уҡ башланғыс мәктәп уҡыусылары ҡаршы алды. Тырышып уҡыған, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан балалар бүләктәр алды. Бында мәҙәниәт һәм мәктәп коллективы бер төптән эшләй, бер бинала урынлашыуҙары ла уңайлы.
Этҡол ауылында Яңы йыл байрамы сараларын кескәйҙәр өсөн «Йомшаҡ шыршыҡай янында» иртәлеге менән башлап ебәргәндәр. «Мин башҡортса һөйләшәм» интернет шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашыусы балалар Ҡыш бабайҙан диплом, бүләк алып ҡыуанған. Мәҡәлә әҙерләнгәндә комиссия конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итеп өлгөрҙө. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – иң төпкөл, сағыштырмаса бәләкәй ауылдар халҡы йылдан йыл әүҙемерәк була бара. Еңеүселәрҙе аҡсалата дәртләндереү ҙә урынлы.
Мәҫәлән,Ҡолғона ауылынан ике күрше - күп балалы Ипатовтар менән Бурановтар ғаиләләре бергәләп тырышҡан. Үҙебеҙгә лә күңелле, ауылға ла йәм, ти улар.
“Биләмәләрҙе Яңы йылға биҙәү” конкурсында бөтәһе 18 ауыл ҡатнашты. Еңеүселәр район хакимиәте тарафынан төрлө күләмдә аҡсалата бүләкләнәсәк.
1-се урын – Түбәнге Әрмет ауылы (25 мең һум),
2-се урын – Йәнырыҫ ауылы (20 мең һум),
3-сө урын – Һайран ауылы (15 мең һум).
“Халыҡ аҙ йәшәгән ауылдарҙы Яңы йылға биҙәү” номинацияһында еңеүгә 7 ауыл дәғүә итте.
1-се урын - Байғужа ауылы (20 мең һум),
2-се урынға – Юлдаш ауылы (15 мең һум)
3-сө урын – Яңы Әптек ауылы (10 мең һум)
“Өлгөлө шәхси ихата” номинацияһында 31 йорт хужаһы ҡатнашҡан.
1-се урын - Үрге Әрмет ауылынан Әлфиә Фәйзуллинала (12 мең һум).
2-се урын - Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан Азамат Ишембаевта (10 мең һум).
3-сө урын - Скворчиха ауылынан Оксана Гертта (8 мең һум).
Бынан тыш 28 ихата хужаһы 2 мең һум күләмендә дәртләндереү бүләгенә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Ауылдарыбыҙҙы һеҙҙең тырышлыҡ байрамға йәмле итте!

Фотолар Бәйләнештә селтәренән.
Читайте нас