31 декабрь Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре алтын, гәүһәр туйҙарын байрам иткән Ғәбиҙуллиндар, Вәхитовтар ғаиләләренә барып Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф.Хәбировтан бүләк тапшырҙы. Шул уҡ көндө 2020 йылда балалары донъяға килгән йәш ғаиләләрҙе ҡотланыҡ һәм ауыл советы исеменән бүләктәр бирҙек.