Мәҙәниәт
1 Ғинуар 2021, 10:19

Яңы йылдың башы ғына...

Яңы йылдың башы ғынаТөклө аяғың менән.Тик шатлыҡлы мәлдәр генәКөтәбеҙ, Үгеҙ, һинән.

Яңы йылдың башы ғына
Төклө аяғың менән.
Тик шатлыҡлы мәлдәр генә
Көтәбеҙ, Үгеҙ, һинән.
Һәр бер йортҡа бәхет өләш
Һаулығын да мул тарат.
Барыһын да берҙәй күреп,
Тигеҙ итеп һин ярат.
Яңы йылды башлайыҡ беҙ,
Яңы ғына һулыштан.
Мин теләйем барығыҙға
Йылмайһын тик уңыштар.
Бәлә-ҡаза урап үтһен,
Имен булһын көнөбөҙ
Тыныс ҡына атһын таңдар,
Аяҙ булһын күгебеҙ.
Фото: автор
Читайте нас