Мәҙәниәт
1 Января 2021, 08:55

"Уҫал", тип әйтһендәр һине...

"Уҫал", тип әйтһендәр һинеЙәмһеҙ, тиһендәр...әйҙә!"Өмөтһөҙ!"- тигәндәргә ләИҫең китмәһен берҙә.

"Уҫал",тип әйтһендәр һине
Йәмһеҙ, тиһендәр...әйҙә!
"Өмөтһөҙ!"- тигәндәргә лә
Иҫең китмәһен берҙә.
"Ярлы"- тиеп, кәмһетһендәр
Сереп байыусылары.
Кейгән кейемең тикшерһен
Уҙып барыусылары.
Тик битараф була күрмә
Ярҙам көтөүселәргә!
Аслы-туҡлы... һалҡын өйҙә
Ғүмер итеүселәргә!
Атай-әсәй, тиеп тик бер
Әйтергә тилмергәнгә!
Һоҡлана бел шундайҙарҙы
Үҙ итеп үҫтергәнгә!
Иҫең китмәһен тормоштоң
Мәғәнәһен белмәгәнгә
Булмағанды ла,булды тип
Арттырып һөйләгәнгә.
Һаҡла һин, юғалта алыр
Ҡәҙерле кешеләрҙе.
Йөрәгеңә яҡын алма,
Тиле-миле һүҙҙәрҙе!

Читайте нас