Үҙ итмәнем уҫалдарҙы,
Мин уҫал булалманым.
Йыуашлығым еңһә лә йыш,
Барыбер юғалманым.
Батырҙарға һоҡланһам да,
Мин батыр булалманым.
Әммә ҡурҡаҡлыҡты күрһәм,
Нәфрәтем тыялманым.
Әҙәпһеҙгә, уғрыларға
Мин юлдаш булалманым.
Хаҡлыҡ өсөн туҡмалһам да,
Мин ситкә юл алманым.
Нишләйем, пәйғәмбәр булып