Мәҙәниәт
31 Декабря 2020, 16:14

Бәхет

Алпан-толпан атлап ҡаршы килә,Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая.Шул минутта унан матурыраҡБер кем дә юҡ кеүек донъяла.

Алпан-толпан атлап ҡаршы килә,
Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая.
Шул минутта унан матурыраҡ
Бер кем дә юҡ кеүек донъяла.

Үҙ телендә ниҙер һөйләй-һөйләй,
Күҙен ҡыҫып, серле көлә ул,
Был донъяның бөтә мәшәҡәтен
Оноттороу серен белә ул.

Кескәй ҡыҙым ҡулдарымда саҡта
Бәхетемә, гүйә, донъя тар.
Балаларым шат йылмайһын өсөн,
Тыныс булһын, бер үк, донъялар!
Читайте нас