30 декабрь Кинйәкәй мәҙәниәт йортонда "Һаумы, Яңы йыл!" тип исемләнгән театрлаштырылған күңелле байрам кисәһе булып уҙҙы. Йәшел шыршы янында төрлө ҡыҙыҡлы сығыштар, йыр-бейеү, уйындар менән күтәренке кәйефтә үтте байрам.
Кисәгә йыйылған халыҡты ҡотлар өсөн Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Герасименко Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы килде. Яңы йыл менән ҡотлап, ауылыбыҙ тормошонда актив ҡатнашыусы алдынғыларға "Рәхмәт хаттарын" тапшырҙы.