Ишембайҙа быйыл тәүгә ойошторолған Ҡыш бабайҙар парады балалар ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә лә ҙур ваҡиғаға әйләнде. Шулай булмай һуң, урам тултырып бер сафта атлаған тиҫтәләгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, әкиәт геройҙарын бер юлы осрат әле!
Сара ҡалабыҙҙың Гагарин паркында башланып китте. Мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән программала ҡатнашырға ауыл-ҡалаларҙан ҡырҡлап Ҡыш бабай һәм уның ейәнсәрҙәре йыйылғайны. Паркта күмәк йыйылыуҙың тағы бер сәбәбе лә бар ине – был көн унда 12 тейен “өй туйланы”. Район хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ниәте менән тормошҡа ашырылған был ғәмәлдең маҡсаты һәр кемгә аңлашылалыр – парк тейендәр менән бергә яңы һулыш алырға тейеш, балалар, өлкәндәр был йылғыр йәнлектәрҙе күрер, ашатыр өсөн килеп, тәбиғәткә яҡыныраҡ булһын ине. Изге ниәтте муниципаль район Советы депутаттары һәм урындағы “Бәхетле балалар” хәйриәлек фонды етәксеһе Ирина Фәйзуллина ла күтәреп алды. Байрамға сәләмәтлектәре сикләнгән балалар махсус саҡырылғайны, улар ата-әсәләре менән тейендәр һәм ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп килтергән. Һәр баланың тырышлығы фонд әҙерләгән бүләктәр менән билдәләнде. Тейендәргә йәшәр оялар хәстәрләнгән, ниндәй аҙыҡ менән һыйларға ярағаны тураһында мәғлүмәт тә эленәсәк. Ҡала халҡы улар менән изге мөғәлләмәлә булһа ине.
Иҫтәлекле саранан һуң Ҡыш бабайҙар парады Губкин урамы буйлап уҙып, Башҡорт нефтен тәүге асыусылар майҙанына юл алды. Уларҙы һәр кем шатланып оҙатты, бергә фотоға төшөп ҡалырға ашыҡты. Ә майҙандың үҙендә башҡорт, татар, рус, сыуаш Ҡыш бабайҙары туған телдәрендә Яңы йыл ҡотлауы яңғыратты. Иң сағыу байрам геройҙарына иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Ошо уҡ көндә мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ҡыш бабай менән бергә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы өйөнә барып ҡотланы, ғаиләләр район хакимиәте бүләктәрен ихлас ҡабул итте. Күңелдә матур тойғо ҡалды, әйтерһең, Ҡыш бабайҙар һәр беребеҙгә шатлыҡ өләште, бергә парадта үтеп, матур теләктәрҙе, уйҙарҙы ишәйтте.