Мәҙәниәт
29 Декабря 2020, 16:36

ҺЫЙ ҺӘМ ЙЫР

Һый һәм йырҙан яралғандыр һыйыр, –Һый булғанда һәр саҡ була йыры.Һөттәй күбекләнгән ҡарҙар өйөп,Еребеҙгә килә һыйыр йылы.

Һый һәм йырҙан яралғандыр һыйыр, –
Һый булғанда һәр саҡ була йыры.
Һөттәй күбекләнгән ҡарҙар өйөп,
Еребеҙгә килә һыйыр йылы.

Аҡ болоттар тирткән елен һымаҡ,
Ер әсәбеҙ, гүйә, һыйыр һауа, –
Күңелдәргә татлы ләззәт биреп,
Һөт ағылған кеүек ҡарҙар яуа.

Яңы йылда теләк бик күп була,
Тик бер теләк таныш бала саҡтан,
Шул теләкте Һеҙгә ҡабатлайым:
“Хоҙай берүк айырмаһын аҡтан!”
Читайте нас