Хоҙай тарафынан кешелеккә
Ебәрелгәндер был имтихан.
Рәхимһеҙбеҙ дуҫҡа, туғанға ла,
Юғалтабыҙ көндән-көн иман.
Беҙгә кәрәк затлы-затлы әйбер,
Ҡыҙығабыҙ зауыҡ, шөһрәткә.
Беҙ үҙебеҙ этәрәбеҙ бөгөн
Бар донъяны ошо афәткә.
Һалып тапағанбыҙ изгелекте,
Мәкерлекте өҫтөн ҡуябыҙ.
Кешеләрҙең матур сифаттарын
Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡыябыҙ.
Бар донъяға һынау булып килде
Тажлы вирус быуат башында.
Барыһы ла Хоҙай ҡулында шул,
Барыһы ла уның ҡаршында.
Сәскә атһын иман күңелдәрҙә,
Изгелек нур булып таралһын.
Туған-туғанына яҡынайһын,
Дуҫ-дуҫына ғына таянһын.
Бар кешелек тура юлға баҫып,
Насар ғәҙәттәрҙән тыйылһын.
Яҡты уйҙарҙан тик уйылһын,
Бер Хоҙайға ғына һыйынһын!