Сәйгән урамы әкиәт донъяһына әүерелдеме ни! Береһенән береһе матур һындар үтеүселәрҙе битараф ҡалдырмай, машиналарынан төшөп фотоға төшөп китәләр, күңел йылыһы һалып эшләгән һындарына һоҡланмау мөмкин түгел. Афарин, Рузиль! Һиңә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.