Нисек йәшәһәң дә үтә ғүмер,
Үтә ғүмер йәшәмәһәң дә.
Ең һыҙғанып эшләп үтә ваҡыт,
Үтә ваҡыт эшләмәһәң дә.
Ваҡыт көтмәй ағас ултыртҡанды,
Бура күтәргәнде, малай тапҡанды.
Бар эшеңде иртәгәгә ҡалдырып,
Бер ҡайғыһыҙ йоҡлап ятҡанды.
Тор, һуҙылып ятма, уян, кеше,
Күтәр ғәмһеҙ, ауыр артыңды.
Бесән мәле, салғы сарлай-сарлай
Һин ҡаршы ал –
Ҡояш менән бергә ал таңды !
Әйҙә, үтһен ғүмер шаулап- гөрләп,
Йырлап-бейеп, тик эш өҫтөндә,
Хәрәкәттә – йәшәү бәрәкәте –
Килер быуын һинең өсөн дә !
Үтһен ваҡыт тик эш өҫтөндә!