Мәҙәниәт
27 Декабря 2020, 17:38

Ауылымды урап алды...

Ауылымды урап алдыАп-аҡ ҡына бурандар.Ебәк селтәр араһындаТороп ҡалды урамдар.

Ауылымды урап алды
Ап-аҡ ҡына бурандар.
Ебәк селтәр араһында
Тороп ҡалды урамдар.
Буран уйнай, ә мин инде
Теләктәр теләп торам.
Усҡа ҡунған ҡарға ҡарап
Яҡшылыҡтарға юрап.
Аҡ бурандар барыбыҙға
Шатлыҡтар алып килһен.
Ҡайғыларҙы үҙе менән
Һепереп алып китһен.
Читайте нас