Беҙҙең Яңы Һәйет халҡы татыу ҙа, йомарт та, ихлас та, дәртле лә инде ул! Бына быйылда ихласлап ҡар һындары яһап ҡуйҙыҡ. Ауылыбыҙ әкиәт донъяһына әүерелдеме ни.
Береһенән береһе матур һындар үтеүселәрҙе битараф ҡалдырмай, машиналарынан төшөп кәртешкәгә (фотоға) төшөп китәләр. Сибәғәтуллин Фәнис, Буранов Нурғәле, Вәхитов Флүр, Зәйнуллин Айраттың күңел йылыһы һалып эшләгән һындарына һоҡланмау мөмкин түгел. Афарин ауылдаштар! Һеҙгә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм.