Ҡоро таяҡ һелтәп йөрөй
Урамда бисә-сәсә,
Ә мин саңғы һатып алдым
Ике пар итеп кисә.
Иптәшем менән икәүләп
Аяҡҡа саңғы кейеп,
Сығып киттек, хәрәкәттә -
бәрәкәт бит ул тейеп.
Аҡ ҡар ярып, эҙ ҡалдырып,
Ялан-ҡырҙы ҡыҙырып
Йөрөп ҡайттыҡ рәхәтләнеп,
Йәштәрҙән дә уҙзырып.
Биттәр китте алһыуланып
Һулағанға саф һауа.
Ҡыш көнө саңғыла йөрөү
Күп ауырыуҙан дауа.