Бөгөн, атай, йәнә төшкә керҙең,
моңһоу ине никтер ҡарашың.
Өндәшмәйсә ҡарап торҙоң да һин,
башың эйеп ары атланың.
"Һағынғайным, атай, туҡта!" - тиеп
ҡысҡырырға мин бит уйланым.
Сыҡманымы тауыш, ишетмәнең
үпкәләптер шул саҡ иланым...
Йәшләй киткәс, атай, юҡ ине бит
сәстәрендең хатта ағы ла.
Бер һыйыныр инем ҡосағыңа
иркәләнеп кенә тағы ла...
Тыныс йоҡла, атай! Ҡыҙың һис тә
кер төшөрмәҫ һинең намыҫҡа.
Кәңәшеңде тотам, иҫем китмәй,
донья ҡыуыу, матди байлыҡҡа.
Атай булғанында арҡаланып,
йәшәгәнгә микән иркәләп.
Йыш инәһең атай, төштәремә
һаман булһын мине хәстәрләп...
+21 °С
Облачно
