Мәҙәниәт
24 Декабря 2020, 04:25

Иҫке йыл

Китәһеңдәме ни, иҫке йыл?Ярай әйҙә, китһәң кит!Тик шулай ҙа үҙең менән,Тажлы вирусыңды алып кит!

Китәһеңдәме ни, иҫке йыл?
Ярай әйҙә, китһәң кит!
Тик шулай ҙа үҙең менән,
Тажлы вирусыңды алып кит!

Ҙур өмөттәр менән һине
Ҡаршы алғайныҡ та бит.
Өмөттәр аҡланманы шул,
Хыял булып ҡалды тик.

Күпме халыҡты йонсоттоң
Тажлы вирусың менән.
Алға китеш тә әллә ни
Булманы инде һинән.

Тарихҡа оҙатабыҙ һине.
Ҡаршы алабыҙ яңыһын.
Нисек булыр яңыһы,
Ә кем белә уныһын?

Шайтан ғына өмөтһөҙ тиҙәр,
Өмөт итәйек яҡшыға.
Тик артҡа тәгәрләмәйек,
Маймылдар заманына.


Читайте нас