Биксәндәр һәр йылдағыса “Ауылдарҙы яңы йылға биҙәү” бәйгеһендә әүҙем ҡатнашыусылар. Мәҙәниәт йорто алды ҡарҙан төрлө һындар менән биҙәлһә, урамдар сағыу буяуҙар менән ҡар-боҙҙан яһалған Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, төрлө хайуандар, былар барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Уңған ауыл халҡы конкурстың шарттарын еренә еткереп башҡарған. Балалар ҙа шат, иң әүҙемдәргә бүләктәр ҙә өләшелде.