Беҙҙеңсә, иң күңелле Яңы йыл кисәләре бала саҡта була. Сөнки балалар янында байрам өсөн бар күңелен һалырға өлкәндәр бар. Ошо мультфильм персонаждары костюмдарын әҙерләү өсөн дә ҡалабыҙҙың 29-сы "Ҡауҙы" балалар баҡсаһы коллективы күпме ижад, күҙ нуры һалған! Балалар тип тырышабыҙ, әкиәт, байрам мөхитен тойһондар, тиҙәр.