Мәҙәниәт
23 Декабря 2020, 15:00

Телефонға дан!

Әлдә әле телефон барНишләр инек, белмәйем.Хәҙер нисә ай бит индеКүршемде лә күрмәйем.

Әлдә әле телефон бар
Нишләр инек, белмәйем.
Хәҙер нисә ай бит инде
Күршемде лә күрмәйем.

Балаларҙың килгәне юҡ,
Улар йәшәй йыраҡта.
Ултырабыҙ, бикләп ҡуйып
ҡапҡаларҙы йоҙаҡҡа.

Әлдә генә телефон бар
Һағыныуҙы баҫырға.
Ҡасан ваҡыт етә инде
Ишекте шар асырға...
Читайте нас