Мәҙәниәт
22 Декабря 2020, 17:06

Өйҙә шыршы ултыртмайбыҙ...

Өйҙә шыршы ултыртмайбыҙ,Беҙҙең байрам - һәр йома;Йома көндө иртән иртүкКүпертеп ҡоймаҡ ҡоям.

Өйҙә шыршы ултыртмайбыҙ,
Беҙҙең байрам - һәр йома;
Йома көндө иртән иртүк
Күпертеп ҡоймаҡ ҡоям.

Магазиндан торт алабыҙ,
Тағы емеш-еләген.
Тырышабыҙ балаларҙың
Үтәргә һәр теләген.

Былау, бәлештәр өлгөртәм,
Хуш еҫле сәй бешерәм.
Баллап, майлап , матур итеп
Йома сәйе эсерәм.

Сәйҙән һуң уйнап алабыҙ
рәхәтләнеп, гөж килеп.
Бына шулай беҙ йәшәйбеҙ:
Кәйефтәр шәп, көр күңел.
АльхамдулилЛяхи!
Читайте нас