Мәҙәниәт
21 Декабря 2020, 19:53

Хәл белергә ҡайт, туған

Ишек-ҡапҡаң ҡайһы яҡҡаАсыла, туғанҡайым?Хәлдәремде белгәнең юҡ,Бәлки, үҙем барайым.

1.Ишек-ҡапҡаң ҡайһы яҡҡа
Асыла, туғанҡайым?
Хәлдәремде белгәнең юҡ,
Бәлки, үҙем барайым.

Ҡушымта:
Бер әсәнән беҙ бит тыуған,
Онотма шуны, туған.
Бер-береңдең хәлен белеү,
Беҙҙә борондан ҡалған.

2.Аралар йыраҡ тип, торма,
Хәл белергә ҡайт, туған.
Сепрәк туҙа, ғүмер уҙа,
Үкенерһең һуңынан.

3.Йыраҡтан да ҡайт, туғаным,
Яҡындан да кил, туған.
Бер туғандар араһына,
Ҡундырмайыҡ беҙ туҙан.


Равшан Хәзиәхмәтов.
Читайте нас