Мәҙәниәт
21 Декабря 2020, 09:46

Үтте тағы бер йыл...

Үтте тағы бер йыл, әйтеү рәхәт,Ул туҡылған шатлыҡ-ҡайғынан,Мең кәйефтән, мең ғәмәлдән мәңгеКисерелмәй торған яңынан.

Үтте тағы бер йыл, әйтеү рәхәт,
Ул туҡылған шатлыҡ-ҡайғынан,
Мең кәйефтән, мең ғәмәлдән мәңге
Кисерелмәй торған яңынан.
Йөрәктәргә һыймаҫ ҡыуаныстар,
Йөрәктәргә һыймаҫ хәсрәт тә
Булды, сикһеҙ булды уҙған йылда,
Булды хистәр йәнде сәсрәткән.
Шундай йәл бит үтеп китеүҙәре,
Ҡалдырыуы шуны боронда.
Ышанырға тырышыу китмәҫ тиеп,
Ялҡын эҙләү һаман торондан...
Һүнгән күмер ҡабат гөрләп тормаҫ,
Үткән ғүмер әйләнмәҫтер ҡабат.
Йөрәк ҡағыуы ла ошо мәлдә
Үкенестәр өсөн әллә набат?
Үтте тағы бер йыл, әйтеү еңел,
Ысҡындырыу ҡыйын күңелдән.
Аптырама зинһар, аңлап ҡара,
Хәтеремде айҡап түгелһәм.
Матур сағым, бәхетле мәл ҡала,
Илауҙар ҙа - үткән үлсәмдә...
Гел үкенес кенә биләмәҫтер,
Уяныр ҙа әле бер сәм дә...
Өмөт менән Яңы йылға бағам,
Яңы ҡояш, яңы ай тыуа.
Бер кисеүҙе ике кисәм әммә,
Һыу ҙа бүтән - кире ҡайтыуҙа.
Күңел генә үҙгәрмәҫтер ахыр,
Шул килеш бит, түгел бүтән дә.
Үткәненә, минән киткәненә
Үкенһендәр әйҙә үткәндәр.


Читайте нас