Мәҙәниәт
19 Декабря 2020, 13:40

КҮҢЕЛДӘРҘЕ ҠЫРАУ ҺУҠМАҺЫН

Көтмәгәндә ҡаты ҡырау төштө,Бөгөлөп төштө сәскә- гөлдөрем.Йылы эҙләгәндәй һырынышҡанБер- береһенә терәп иңдәрен.

Көтмәгәндә ҡаты ҡырау төштө,
Бөгөлөп төштө сәскә- гөлдөрем.
Йылы эҙләгәндәй һырынышҡан
Бер- береһенә терәп иңдәрен.

Мин уларға ҡарап уйға ҡалдым.
Гөлдәр, ахыры, кеше шикелле.
Ауыр саҡта беҙ ҙә эҙләйбеҙ бит
Таянырҙай яҡын кешеңде.

Сәскә ғүмере бары бер йәй генә
Кеше ғүмере лә бер һулыш.
Бизмәндәргә һалып үлсәп булмай.
Алыш - биреш түгел шул яҙмыш.

Бер - береңдең йәнен үртәмәйсә
Йәшәй алһаң икән донъяла.
Күңел ҡылы шундай нескә бит ул.
Йә өҙөлә, яна,ыуала

Тормош һынауҙары, ай-һай, ҡаты.
Утҡа ла ул һала, һыуға ла.
кеше яҙмыштары гөлдәр кеүек.
Ҡаты ҡырауҙарҙа һынала.

Читайте нас