Була ҡай саҡ шундай мәлдәр,
Кешегә әйтмәҫ хәлдәр.
Төндәр һуҙыла китмәҫтәй,
Йүгереп үтә көндәр.
Ҡайсағында тормош ҡапыл,
Туҡталып ҡалған төҫлө.
Ҡайсағында буран ҡуба
Һынаған кеүек көстө.
Шөкөр, тиеп йәшәһәм дә
Бирешмәйем, тиһәм дә.
Күрһәтмәйем көсһөҙлөктө
Күҙ йәш аша көләм дә.
Еңелдеңме инде, тиеп
Әйткән кеүек яҙмышым.
Өндәшмәйем, булһа ла
Йөрәк тулы һағышым.
Хоҙай биргән шундай һынау
Минең иңгә төштөмө?
Юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер,
Яҙмыш һынай көслөнө.