Һәр кем түҙемһеҙләнеп көткән мөғжизәле мәлгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Байрам кәйефе булдырыуға беҙҙең Көҙән мәктәбе уҡыусылары ла, мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә үҙ өлөшөн индерә.
Мәктәп ихатаһы байрамса биҙәлеп, ҡупшы шыршы түрҙән үҙ урынын алған. Дәрестәрҙән һуң балалар рәхәтләнеп һырғалаҡта конькиҙа шыуа, сәкән һуға.
Мәктәп эсендә лә эш ҡайнай: уҡыу бүлмәләре, интернатта ял бүлмәһе, балалар баҡсаһы байрамса биҙәлә, Яңы 2021 йылға арналған гәзиттәр сығарыла. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуға шиғри, йырлы күстәнәстәр әҙерләнә. Байрамдар күңелле үтер!