Тормош бит ул дәфтәр бите түгел,
Боҙолғанын йыртып ташларға.
Йыр ҙа түгел, теләгәндә туҡтап,
Яңлыштым, тип, ҡабат башларға.
Берәүҙәрҙе дан-шөһрәткә күмә,
Һорап тормай уның һис йәшен.
Ҡалғандар ҙа үҙ өлөшөн ала,-
Мулдан була "бүләк" - аҡ сәсе.
Йәшәүселәр, үҙен бөйөк һанап,
Танау сөйә, күрмәй бер кемде.
"Мин бит ул" - тип, күкрәк ҡаҡһалар ҙа,
Ҡай берҙәре була бер төрлө.
+13 °С
Облачно



