Мәҙәниәт
16 Декабря 2020, 22:05

Сәй яны – ғаилә йәне

Халыҡта “Тәмле сәй – яҡты сырай” тигән әйтем бар. Сәйең тәмле булһа, йөҙөң яҡты, тимәк.

15 декабрь – Халыҡ-ара сәй көнө
Халыҡта “Тәмле сәй – яҡты сырай” тигән әйтем бар. Сәйең тәмле булһа, йөҙөң яҡты, тимәк. Ысынлап та, беҙҙә сәй – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе лә, хужабикәнең оҫталығы күрһәткесе лә. Ниндәй генә затлы ниғмәттәр менән һыйлама, ҡунаҡтарға тәмле сәй тәҡдим итә алмаһаң, табыныңдың йәме булмаясаҡ. Уны затлы ҡунаҡтарға ла, “ут алырға” ғына ингән күршеңә лә тәҡдим итәһең, ә инде кеше килеп инеүгә хужабикә сәйгүн-самауырға үрелмәһә – беҙҙең өсөн ят күренеш.
Читайте нас