Өс ҡатын серләшеп ултыра, ти.
– Кисә ирем ҙур телевизор бүләк итте. Кухняға ҡуйҙыҡ. Хәҙер көнө буйы өйҙәмен. Бер ҡайҙа ла йөрөйһө килмәй! - ти, беренсеһе.
– Ә миңә ирем караоке менән өй кинотеатры бүләк итте! Иртәнән башлап күңел асам да асам, асам да асам... – ти икенсеһе.
– Ә һиңә ирең Яңы йылға берәй нәмә бүләк иттеме? - тип һорай тәүге ике әхирәт өсөнсө әхирәттәрәненән.
– Миңә бер нәмә лә һатып алманы! "Һинең менән әле киноға ла, театрға ла йөрөп була, матурым» - ғына тине!