Һанаулы һуҡмаҡ аша үткәндә,
Һынап,һыналып тормош көткәндә.
Йылы һүҙҙәрҙе йәшермәйек бер ҙә,
Яратып-һөйөп йәшәйһе килә!
Һанаулы ҡайғы, уҙып китер ул,
Һағыштан ары бәхет көтә ул.
Һаулыҡ булғанда еңербеҙ барһын,
Йөрәктә генә рәхимлек ҡалһын.
Һанаулы байлыҡ,бары бер көнлөк,
Дуҫлыҡ,туғанлыҡ үҙе ғүмерлек.
Рәхмәтле хистәр күмһен яраны,
Булмаһын бары өмөт һанаулы.
Һанаулы ғүмер, һанаулы йылдар,
Һанаулы көндәр, һанаулы шатлыҡ.
Ҡәҙерен белеп йәшәйек ҡәҙерләп,
Бары бер ваҡыт, бар бер ваҡыт!
+12 °С
Облачно



