Мәҙәниәт
14 Декабря 2020, 17:44

Бишек - ҙур доньяға ишек

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы иғлан иткән "Бишек - ҙур доньяға ишек" проектында ҡатнашып ,"Бишек эшләү" номинацияһында тормош иптәшем Баязит Марс улы Латыпов еңеүсе булғайны.

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы иғлан иткән "Бишек - ҙур доньяға ишек" проектында ҡатнашып ,"Бишек эшләү" номинацияһында тормош иптәшем Баязит Марс улы Латыпов еңеүсе булғайны.
10 декабрь Өфөнөң "Башҡортостан" дәуләт залына проектта еңеүселәрҙе саҡырып, улар өсөн ҙур байрам тантанаһы ойоштороп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Дәртләнеп барырға уйлашып йөрөгандә, сәбәбе килеп сығып бара алмаһаҡта, был матур сарала беҙҙең исемдән Өфөлә йәшәүсе ҡыҙыбыҙ Юлиә ҡатнашты һәм бүләктәрҙе ҡыҙыбыҙға тапшырҙылар. Яңы йылға был иҫтәлекле бүләктәр һис шикһеҙ хужаһына ҡайтып етәсәк.
Ошондай матур байрам ойоштороп саҡыргандары өсөн, Гөлназ Ишемғолова менән Ләйсән Солтанголова һылыуҙарға, операторҙарға, режиссерҙарға, алып барыусыларға ҙур рәхмәттәребеҙзе еткерәбеҙ! Артабанда ижади уныштар, һаулыҡ, ҡояшлы аяҙ көндәр теләйбеҙ!
Читайте нас