Мәҙәниәт
13 Декабря 2020, 18:56

Тҽлкәйҽмә бҽр кәлимә һүҙҽм

ТЕЛГЕНӘЙЕМ - ИЛГЕНӘЙЕМТелгенәйем - бергенәйем,Йәнгенәйем.Тиңдәр менән тиңгенәйем –Йәмгенәйем.

ТЕЛГЕНӘЙЕМ - ИЛГЕНӘЙЕМ

Телгенәйем - бергенәйем,
Йәнгенәйем.
Тиңдәр менән тиңгенәйем –
Йәмгенәйем.

Илгенәйем - имгенәйем,
Йөҙгөнәйем.
Иңдәр араһында - берәү,
Үҙгенәйем.

"Күҙле бүкән" булғым килмәй
Үҙ илемдә.
Һөйләшегеҙ минең менән
Үҙ телемдә!

Мин кем һинһеҙ, илгенәйем-
Күҙгенәйем?!
Мин кем һинһеҙ, телгенәйем –
Һүҙгенәйем?!

Ят түгел бит телкәйебеҙ
Ҡаныбыҙға.
Бары ят ҡылыҡтар һеңгән
Аңыбыҙға.

Ят холоҡло яҙмышынан
Тартына тел.
Ят ҡулдарҙа ят бауырға
Ҡалмаһын ил?!.

Телем барҙа ишет мине,
Илгенәйем!
Һаҡла мине, яҡла мине,
Иңгенәйем!

Телһеҙ ҡалһаҡ, үҙеңде лә
Кем яратыр?!
Өтөлөрһөң, тетелерһең...
Көлгә ҡалғас йәнгенәйең
Тәнгенәңде
Ел таратыр...

Ҡурҡмайһыңмы, Илгенәйем,
Бергенәйем!?
Һине һаҡлап һүҙ һорай бит
Телгенәйең –
Йөҙгөнәйҽң,
Үҙгенәйең.

ТЕЛЕМ ХАҠЫ

Телем, тиеп һүҙ әйтмәһәм,
Мин кем булам?
Телем тиһәм, мин, ҡурайҙай,
Моңға тулам.

Моңға тулам, йырға тулам,
Нурға тулам.
Телем, тиһәм, йырлы-моңло
Ҡояш булам.

Телгенәйем - әсәй кеүек,
Әсәй - берәү.
Әсәйҙәр бит был донъяла
Беҙгә терәү.

Әсәйемдең теле бит ул -
Күңел теле.
Ошо телгә һыя минең
Йөрәк сере.

Әсәй хаҡы – тәңре хаҡы,
Телем хаҡы.
Телем, тиһәм генә минең
Донъям яҡты.

Телем, тиһәм, мин – теремен,
Мин түллемен.
Телем менән бер бөтөнмөн
Һәм иллемен.

Телем менән генә бармын,
Буласаҡмын!
Телем менән мин яңынан
Тыуасаҡмын!

ҮҘ ИЛЕМДӘ – ҮҘ ТЕЛЕМДӘ

Телкәйебеҙ ярҙам һорай,
Һаҡлайыҡ телебеҙҙе.
Телде һаҡлау - илде һаҡлау,
Һаҡлайыҡ илебеҙҙе.

Башҡорт йырҙарын йырлайыҡ,
Көйләйек башҡорт көйөн.
Тел йәшәһә, ил йәшәй, тип,
Һөйөн, башҡортом, һөйөн.

Күңелеңдең ынйыларын
Үҙ милләтеңә өләш.
Үҙ илеңдә үҙ телеңдә
Һөйләш, башҡортом, һөйләш.

Телебеҙгә, еребеҙгә
Килмәһен бәлә-ҡаза.
Телһеҙ ҡалыу - илһеҙ ҡалыу,
Юҡтыр шунан ҙур яза.

Күкрәгеңдә уйнайҙыр бит,
Ҡайнайҙыр башҡорт ҡаны.
Үҙ илеңдең ҡоло булма,
Үҙ илеңдең бул ханы.

ИЛЕМ, ТЕЛЕМ, ХАЛҠЫМ

Башҡортостан әгәр йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!
Ш. Бабич
Һин ҡалҡаны булып илгенәмдең
Ил ағаһы, әйҙә, күкрәк кир!
Илгенәйем әгәр йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!

Һин йөрәге бул да шул ҡалҡандың
Ил әсәһе, фатихаңды бир.
Телгенәйем әгәр йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!

Милләтҽмдҽң бишҽгҽ һин, ҡыҙым,
Бишҽк йырын тарих итҽп үр.
Халҡым йыры әгәр йәшәй икән,
Бҽр йәнҽмә миллион үлҽм бир!

Киләсәге һин бит илдең, улым,
Халҡың менән һүҙең булһын бер.
Халҡым, телем, илем йәшәй тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир!

Телле булһаҡ ҡына беҙ халыҡбыҙ,
Беҙ тел менән Илгә терәүбеҙ!
Беҙ телебеҙ менән бер яҙмышлы,
Беҙ телебеҙ менән берәүбеҙ!


Читайте нас