Туй мәлендә килен һөйөп "Ярай, һау бул, бәхетле бул" тиеп ултырғансы, боронғо заманда әйтелгән мәғәнәле, төплө һүҙҙәрҙе, теләктәрҙе килендәрегеҙгә әйтеп еткерегеҙ.
Был теләктәрҙе Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтангәрәева авторлығында сыҡҡан фольклор йыйынтыҡтарынан алдым.
* * *
Килен, килен, киленсәк,
Булма шундай оялсаҡ
Әсәңә һин ҡолонсаҡ,
Ҡәйнәңә һин уйынсаҡ
Әсәңә һин ҡолонсаҡ,
Ҡәйнәңә һин уйынсаҡ
Килен, килен, киленсәк,
Булма улай оялсаҡ.
Иреңә һин терәк бул,
Яман эштән йыраҡ бул.
Йөҙөң булһын ай кеүек,
Телең булһын май кеүек.
Эштә булһаң, уңған бул,
Йомроланған тай кеүек.
Юҡҡа-барға ҡатышма,
Кейәүеңә ҡарышма.
Килен-ҡәйнә тупрағы,
Ҡәйнәң менән булашма.
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы,
Яман һүҙ – баш ҡаҙығы.
Яман һүҙҙән йыраҡ бул,
Йорт-ереңә терәк бул.
Өлкәндәргә ҡайҙа ла
Хөрмәт күрһәт, киленсәк.
Кеселәргә ҡайҙа ла
Үрнәк күрһәт, киленсәк.
Ҡәйнәң ҡушҡан йомошто
Ташлап ҡасма, киленсәк.
Иреңә ҡаршы һүҙ әйтеп,
Ауыҙ асма, киленсәк.
Килен, килен, түлле бул,
Бүҙәнәләй түлле бул,
Иренмәһәң игеҙ тап,
Йыбанмаһаң, йыл да тап.
Тулғатҡаның ул булһын:,
Тумырғаның мул булһын
Кимергәнең май булһын
Кәртәң тулы мал булһын.
Толпар аттай юшаған,
Ауылыңдың эсендә
Ырыуың бергә булһын.
Ҡола йылҡың ҡолонлап,
Ҡола яландар тулһын.
Ала йылҡың ҡолонлап,
Ала яландар тулһын.
Ҡаҙаның аҫмаҡҡа булһын,
Һыйырың башмаҡҡа булһын
Килер ҡунағың бөтмәһен,
Бәхетең ситкә китмәһен.
Өйөр-өйөр йылҡыларың
Яландарҙы тултырһын.
Ырыу-ырыу балаларың
Ауыл-ауыл тултырһын
Ирең ҡушҡан һәр эште,
Еренә еткер, килесәк.
Иреңә ҡаршы һүҙ әйтергә
Ҡыя күрмә, киленсәк.
Кил, кил, киленсәк,
Ҡотло юлдан йөрөмсәк,
Уңыш менән бәхет көҫәп,
Уң аяҡтан килемсәк.
Кил, кил, киленсәк.
Хәйерлегә киленсәк.
Бәхетле көнгә киленсәк,
Балдай яғыл,
Майҙай һең.