Мәҙәниәт
12 Декабря 2020, 15:18

Ғайса КӘРИМОВ шиғырҙары

ТУҒАН ТЕЛЕМӘТуған телем, матур телем,Ғәзиз һәм яҡын телем!Һин бит миңә аҡыл бирҙең,Һин мине кеше иттең!

ТУҒАН ТЕЛЕМӘ

Туған телем, матур телем,
Ғәзиз һәм яҡын телем!
Һин бит миңә аҡыл бирҙең,
Һин мине кеше иттең!

Һинең аша, туған телем,
Һәр кем белә Тыуған илен.
Һинең аша танып белдем
Бар ер йөҙөн, донъя телен.

Мин аңланым һинең аша
Ысын бәхет, дуҫлыҡты.
Донъяла хеҙмәттән башҡа
Рәхәт тормош юҡлыҡты.

Миндә булған бар уңышты,
Һәр ирешкән еңеүҙе -
Мин һанайым еңеүе тип
Азат туған телемдең!

Туған телем, матур телем,
Минең һоҡланғыс телем!
Һинең аша ғына белдем
Тормоштоң бөтә йәмен!

ҺУҠМАҠ

Ҡышҡы иртә.
Берәү ваҡ-ваҡ баҫып
Атлап үтә йәш ҡар өҫтөнән.
Сағыу эҙҙәр, тар бер һуҡмаҡ булып,
Һуҙылып киткән ауыл ситенә.

Беләм, бала үткән мәктәбенә,
Китап, дәфтәр тотоп ҡулына.
Шул тар һуҡмаҡ алып сығыр уны
Киң һәм яҡты тормош юлына.

Беҙҙең илдә бөтә кескәйҙәр ҙә
Ғүмер юлын шулай башлайҙар.
Нур уйнатып тыуған һәр иртәлә
Бәхет һуҡмағынан атлайҙар.

ВАҠҺЫНМА

Әгәр илем һиңә ышаныс менән
Кескәй генә берәй эш ҡушһа,
Һис тартынмай үтә, хеҙмәтеңдән
Файҙаланһын кеше тормошта.

Һин шуны бел,
Кескәй генә хеҙмәт
Бөйөк эштәр өсөн юл һала.
Һәм онотма,
Кескәй шишмә булып
Башлана бит ҙур-ҙур йылғалар.

Һәр эш башта шулай башлана,
Ваҡ эш тиеп һис тә ташлама!
Читайте нас