Рәхмәт, ике ҡулым, ун бармағым,
Бала баҡтыҡ, ҡаҙағын ҡаҡтыҡ.
Таш атманыҡ, йоҙроҡ төйнәмәнек,
Беләк көсө менән мал таптыҡ.
Рәхмәт, телем, изгене һөйләнек,
Йөрәккәйем, арый белмәнек..
Күҙкәйҙәрем, эй аҡыллы булдыҡ -
Ваҡлыҡ - юҡлыҡтарҙы күрмәнек.
Йүгереп йөрөп эш кенә эшләнек,
Аяҡтарым, донъя ҡыуманыҡ.
Ятҡа баш эймәнек, теҙләнмәнек,
Ирҙәр юлын ҡыйып уҙманыҡ.
Ғафил - ғәмһеҙ, вайымһыҙ булманыҡ,
Күңелкәйем, ойоп ятманыҡ.
Йән - йәр өсөн генә йәндәр аттыҡ,
Дуҫ алдында ишек япманыҡ.
Рәхмәт әйтәм Уға, шөкөр итәм,
Алты ағзамды теүәл ҡылғанға.
Зирәк аҡыл, аяҙ зиһен менән
Ҡатын кеше булып тыуғанға.