Мәҙәниәт
10 Декабря 2020, 04:50

Ашығып йәшәлә был ғүмер... (шиғыр)

Ашығып йәшәлә был ғүмер,Ашығып үтелә юлдары.Көндән-көн һаман да тиҙерәкҺүтелә ғүмерҙең йомғағы.

Ашығып йәшәлә был ғүмер,
Ашығып үтелә юлдары.
Көндән-көн һаман да тиҙерәк
Һүтелә ғүмерҙең йомғағы.

Өҙөнөп-йолҡоноп сабабыҙ,
Әйләнеп ҡарарға юҡ сара.
"-Иҫәнме!"- тиеүгә баш ҡағам-
Ғәфү ит, дуҫҡайым, эш ҡала.

Ҡабалан-ҡабалан - бер үк көй,
Көнө шул, төнө шул, йылы шул.
Ситләштек туғандан, ҡәрҙәштән,
Ҡайҙа ул берләшеү, йыйылышыу?

Зыян һалмай тынмай зилзилә,
Хәйерлегә булһын сабыуҙар.
Шул дауылдан етеҙ булыр өсөн
Тырышыуҙар беҙҙә бар, буғай.

Ашығып йәшәйбеҙ был ерҙә,
Ҡабаланып мөлкәт йыябыҙ.
Баҡсаң бит, мәңгелек алдында
Төйөнсөк - туплаған донъябыҙ.

Ашығып йәшәлә был ғүмер,
Күрмәйсә көндәрен, йылдарын.
...Мең уйлы башымды ҡуш услап
Ашыҡмай, тыныслап иланым...

Читайте нас